БӘЙЛӘҮЕС, ярҙамсы һүҙ төркөмө, һүҙбәйләнештең эйәртеүсе һәм эйәреүсе киҫәктәре араһындағы төрлө мөнәсәбәттәрҙе (урын, ваҡыт, маҡсат, сәбәп, йүнәлеш, көсәйтеү, оҡшатыу һ.б.) сағылдыра йәки һүҙбәйләнеш һәм һөйләм эсендә эйәртеүле бәйләнеште (башҡарылыу йәки йәнәшәлек; ҡара: Синтаксис) ғәмәлгә ашыра. Б. үҙе ҡараған һүҙҙең артынан килә. Башҡорт телендә төп Б., мәҫ., “өсөн”: “һинең өсөн”; “һайын”: “йыл һайын” һ.б.; һәм Б. функцияһын башҡарыусы һүҙҙәр, мәҫ., “борон”: “килмәҫ борон”; “ҡарай”: “ҡалаға ҡарай” һ.б. бар. Ниндәй килеш м‑н башҡарылыуҙарына ҡарап, Б. түбәндәгеләргә бүленә: 1) төп һәм эйәлек килештәге һүҙҙәр м‑н башҡарылыусылар (“менән”, “турала”, “өсөн”, “һымаҡ” һ.б.), мәҫ.: “Йырың менән йөрәгемде яндырҙың”, “үҙен уҡытыусы һымаҡ тота” һ.б.; 2) төбәү килештәге һүҙҙәр м‑н башҡарылыусылар (“күрә”, “ҡарағанда”, “табан”, “хәтле” һ.б.): “Кискә табан ҡунаҡтар ҡайтырға йыйындылар”, “Өйөнә күрә япмаһы” һ.б.; 3) сығанаҡ килештәге һүҙҙәр м‑н башҡарылыусылар (“башҡа”, “бирле”, “һуң”, “элек” һ.б.): “Шунан бирле урманда ятабыҙ”, “Ямғырҙан һуң һауа сафланып, үләндәр йәшәреп китте” һ.б.

Г.Р.Абдуллина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика