БӘЙЛӘҮ, епте үреү ярҙамында туҡыма йәки әҙер әйбер яһау техникаһы. Башҡорттарҙа традицион шөғөл. Б. өсөн башлыса һарыҡ йөнөнән йәки кәзә дебетенән иләнгән тәбиғи төҫтәге (һирәгерәк буялған) еп һәм кизе-мамыҡ еп ҡулланылған. Энә, ырғаҡ м‑н Б. таралған. Башҡорт кейеменең төрлө өлөштәрен — башалтай, бейәләй, билғау, бирсәткә, бәйләм ойоҡ, дебет шәл, ҡатын-ҡыҙ ҡалпағы, шарф — яһау өсөн файҙаланылған. Башҡорттарҙың биҙәү-ҡулланма сәнғәте төрҙәренең береһе — биҙәкләп Б. Биҙәк һалыу ысулына һәм башҡарыу техникаһына ҡарап, биҙәкләп Б. һырлап (5 энә м‑н) һәм селтәрләп (2 энә йәки ырғаҡ м‑н) Б. төрҙәренә бүленә. Һырлап Б. юлы м‑н бейәләйгә, бирсәт‑кәгә, бәйләм ойоҡҡа, ҡалпаҡҡа, шәлгә геометрик (тулҡын, кәкерсәк, ромб һ.б.) йәки сәскә-үҫемлек (япраҡ, розетка, сәскә) орнаменты төшөргәндәр. Төҫтәр гаммаһы 1—2 төҫтө файҙаланыуҙан хасил булған. Бер генә төҫтән һырлы биҙәк төшөрөп бәйләнгән әйберҙәр үҙенсәлекле. Башҡортостандың төньяғында һәм төньяҡ-көнсығышында бейәләйҙе, бирсәткәне, ҡатын-ҡыҙ һәм балалар өсөн ҡуныс ойоҡто, шарфты шулай биҙәгәндәр. Кәзә дебетенән селтәр ситле биҙәкле яулыҡ һәм шәл Башҡортостандың көньяғында киң таралған була. Бәйләнгән әйберҙәр байрамда кейелгән, башлыса ҡатын-ҡыҙ кейеменә (башалтай, бәйләм ойоҡ, ҡалпаҡ, шәл) һәм кәләштең кейәүгә туй бүләгенә (билғау, бирсәткә, шарф) ингән. Мордваларҙа, сыуаштарҙа, татарҙарҙа, удмурттарҙа, урыҫтарҙа һәм Башҡортостандың башҡа халыҡтарында осрай.

С.Н.Шитова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика