БӘХТЕЙӘРОВ Әнүәр Сәхибгәрәй улы [10.12.1928, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Көҙән а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 25.6.1995, Яңауыл ҡ.], хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. нефть һәм газ сәнәғәте хеҙм‑ре (1989), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1971), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1987). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1952) “Октябрьскнефть” НГДУ‑һында эшләй. 1956 й. алып “Ишимбайнефть” нефть промыслаһы идаралығы баш инженеры, 1966—89 йй. “Краснохолмскнефть” НГДУ‑һы начальнигы. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында нефть сығарыуҙы ойоштороусыларҙың береһе. 17 нефть ятҡылығын эшкәртеүгә әҙерләүҙә һәм үҙләштереүҙә ҡатнаша. 4 уйлап табыу авторы. БАССР ЮС‑ының 8‑се саҡырылыш депутаты. Окт. Революцияһы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Ә.Й.Закиров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика