АБЫҘГИЛДИН Юнир Миңлеғәле улы [20.11.1939, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Сәлих а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 23.10.2007, Өфө], инженер-технолог. БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998). Техник ф. д‑ры (1980), проф. (1981). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1962) шунда уҡ эшләй: 1974 й. алып нефть һәм газ технологияһы каф. мөдире, 1977 й. — киске факультет деканы, 1980 й. — химик-технологик процестарҙы автоматлаштырыу каф. мөдире, 1986—2004 йй. ғилми эштәр б‑са проректор. Фәнни тикшеренеүҙәре углеводород сеймалын эшкәртеү һәм нефть коксы етештереү проблемаларын өйрәнеүгә арналған. А. етәкс. нефть һәм нефть продукттары составындағы углеводород класына инмәгән компоненттарҙы анализлау ысулдары, нефть фракцияларын һәм нефть коксын көкөрт ҡушылмаларынан таҙартыу алымдары, технологик процестарҙың һыҙыҡлы схемаларын проектлау юлдары эшләнгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Вопросы рационального использования отходов нефтепереработки и нефтехимии. Уфа, 1976 (авторҙ.); Порфирины и металлопорфириновые комплексы нефтей. М., 1977 (авторҙ.); Нефтяной кокс. М., 1992 (авторҙ.); Обеспечение промышленной безопасности производственных объектов топливно-энергетического комплекса Республики Башкортостан. Уфа, 1999.

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.