БӘЙКЕЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡормаш а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 27 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 85 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 416 кеше; 1920 — 592; 1939 — 581; 1959 — 441; 1989 — 218; 2002 — 183; 2010 — 170 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1762 й. һәм 1783 й. арауығында Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. 49 йортта 256 кеше йәшәгән. Игенселек, малс-ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. А.А.Каспранский ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.