БӘЙЕТ, башҡорттарҙа милли поэзияның эпик һәм лиро-эпик жанры; сюжетлы муз.-шиғри әҫәр. Башҡорт Б. беҙҙең көндәргә тиклем ҡулъяҙма китаптарҙа килеп еткән иң тәүге өлгөләре 18 б. 1‑се ярт. ҡарай. Жанрҙың нығыныуында һәм таралыуында дәрүиштәр һәм мәҙрәсә шәкерттәре ҙур роль уйнай. Б. ғәҙәттә мөһим тарихи һәм соц.-көнкүреш ваҡиғалар бәйән ителә, киҫкен драматик йәки трагик йөкмәткеле була. Яҙма һәм телдән әйтелгән формаларҙа осрай, әҙәбиәт һәм фольклор һыҙаттарын берләштерә. Б. әҙәби традициялары — индивидуаль ижади башланғыста, ижад ителеү ваҡытын һәм урынын күрһәтеүҙә, традицион инеш һәм йомғаҡлау өлөштәрендә, иҫке төрки һүҙҙәре һәм һүҙбәйләнештәре өҫтөнлөк иткән сыбар лексик составында; фольклор традициялары Б. традицион формаһының героик эпос һәм тарихи йырҙарҙың жанр үҙенсәлектәре м‑н берләшеүендә, Б. һәм уларҙың барлыҡҡа килеү тарихтарының вариантлылығында сағыла. Б. тематик төрлөлөк м‑н айырыла, мифологик, тарихи һәм соц.-көнкүреш Б. бүленә. Мифологик Б. был жанр үҫешендәге иң боронғо ҡатлам һанала (мәҫ., “Саҡ менән Суҡ”). Тарихи Б. тематик яҡтан бай: Башҡортостанды колониялаштырыу һәм башҡ. ерҙәрен тартып алыу т‑да (мәҫ., “Башҡорттарға”, “Ер һатыу бәйете”); 18 б. ихтилалдары т‑да (“Бүгәс бәйете”, “Салауат бәйете”, “Тәфтиләү бәйете”, “Утыҙ ике ҡыҙ бәйете”); Ватан һуғышы (1812) т‑да (“Француз яуы бәйете”, “Француз бәйете”); башҡорттарҙың башҡа яуҙарҙа ҡатнашыуы т‑да (“Рус-герман һуғышы бәйете”, “Рус-төрөк һуғышы бәйете”); 20 б. 20—30‑сы йй. ваҡиғалар т‑да (“Комиссар Вәжәй бәйете”, “Комиссар Шәрәф бәйете”, “Фазыл бәйете”); Бөйөк Ватан һуғышы т‑да (“Ауылдан киткән инек, Берлинға еткән инек”, “Бөйөк Ватан һуғышы бәйете”, “Һалдат бәйете”) һ.б. Соц.-көнкүреш Б. башҡорттарҙың йәшәйешенең төрлө яҡтарын сағылдыра: хужалыҡ эшмәкәрлеген (“Бесән бәйете”, “Ҡымыҙ бәйете”); төрлө хәл-ваҡиғалар һәм бәхетһеҙ осраҡтарҙы (“Аслыҡ бәйете”, “Йәғәфәр шәкерт бәйете”, “Фәхретдин бәйете”); ҡатын-ҡыҙ яҙмышы хаҡында (“Ғәйшә бәйете”, “Малға һатылған ҡыҙ бәйете”); ҡартлыҡ хаҡында (“Ҡартлыҡ бәйете”) һ.б. Б. шиғыр төҙөлөшө төрлөлөк м‑н айырыла: традицион строфа — ике юллыҡ м‑н бер рәттән, 7—16 ижекле шиғырҙар ҙа киң таралған, улар эргәләш һәм аралаш рифмалы дүрт һәм биш юллыҡтарға берләшә, ш. уҡ ҡобайыр, мәҫнәүи, мөнәжәт, робағи формалары ла осрай. Б. көйҙәре өсөн пентатоник нигеҙ (ҡара: Пентатоника), уртаса диапазон, шиғри текстың речитацияһына тап килеүсе көйҙөң эҙмә-эҙлекле үҫеше, башланғыс ритм‑интонация формулаларының ҡабатланыуы хас. Б. күпселек көйҙәре структура йәһәтенән ике типтағы көй периодына бүленә: 8 (4+4) һәм 12 (6+6) тактлы, речитатив (һамаҡ) йәки декламацион-йырлау (һалмаҡ көй) мелодика тибында булалар (“Аслыҡ бәйете”, “Саҡ менән Суҡ”, “Сәғиҙә матур бәйете”). Ҡайһы бер Б. ябай периодик рәүештә (шиғырҙың ике юлы бер мотивҡа башҡарыла) һәм парлы периодик рәүештә (шиғырҙың ике юлы ике мотивҡа башҡарыла) музыкаль ойоша. Шулай уҡ Б. ритмик йәһәттән ябайлаштырылған оҙон йырҙарҙың көйөнә башҡарыла, бер үк ваҡытта 4 юллыҡ шиғри строфаның 2 юлына тура килеүсе (ҡабатланған период) үҫешкән мелодик периодҡа эйә Б. (“Буранбайҙы иҫләгәндә” һәм “Буранбай”, “Ғайса” Б. һәм йыры) традицион рәүештә көйһөҙ башҡарыла.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Бәйеттәр. Өфө, 1978; Хусаинов Г.Б., Сагитов М.М. Башкирские баиты //Вопросы башкирской фольклористики. Уфа, 1978; Башкирское народное творчество. Т. 11. Баиты. Уфа, 2004; Галина Г.С. Башкирские баиты и мунажаты. Уфа, 2006.

Г.С.Ғәлина

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика