БӘХТЕЙӘРОВ Фәйзулла Хизбулла улы [6.11.1932, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Яхъя а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 1.12.1998, Салауат ҡ.], актёр. БАССР‑ҙың халыҡ (1983) һәм атҡ. (1979) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1953). Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1952; Х.Бохарский курсы) Ауырғазы колхоз‑совхоз театры (ҡара: Салауат драма театры) актёры. Репертуарында башҡ., урыҫ һәм сит ил драматургияһы әҫ. б‑са ҡуйылған спектаклдәрҙә 100‑ҙән ашыу төрлө пландағы ролдәр бар. Актёр берҙәй теүәллек м‑н төрлө соц. типтағы һәм осорҙағы геройҙар образдарын тыуҙырған: Сәхәб (“Райхан”, Н.Иҫәнбәт; дебют, 1953), Рыҫҡол бей (“Ай тотолған төндә”), Улин (“Ун өсөнсө председатель”, А.Х.Абдуллин), Эфиоп (“Ҡол Эзоп”, Г.Фигейредтың “Төлкө менән йөҙөм” — “Лиса и виноград” пьесаһы б‑са). Башҡ. сәхнәһенең мәшһүр әһелдәре Х.Бохарский, В.Ғ.Ғәлимов, Ғ.С.Саттаров традицияларын дауам итеүсе булараҡ, Б. үҙ ижадында традицион тарихи‑көнкүреш театры эстетикаһын тормошҡа ашырған, был иһә түбәндәге ролдәрҙә сағылыш тапҡан: Кәрим бай (“Башмағым”), Әмирхан ҡарый (“Ҡыйыу ҡыҙҙар”, Т.Ғиззәт), Григорий ҡарт (“Йәшлегем тирәктәре”, К.М.Аҡбашев). Башҡортостан, Татарстан һәм донъя классик әҙәбиәте әҫәрҙәре м‑н эстрадала сығыш яһаған.

Әҙәб.: Әхмәтшин Ғ.Ғ. Салауат театры. Өфө, 1967.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика