БӘЙГЕ, башҡорттарҙа ат (эйәрһеҙ) ярышы, милли ат спорты уйындары төрө. Байрам (ҡара: Йыйын, Туй, Һабантуй һ.б.) ваҡытында үткәрелгән. Тәүҙә 6—12 йәшлек балалар (йышыраҡ малайҙар) ҡатнашлығында кесе бәйге, артабан егеттәр һәм йәш ирҙәр өсөн оло бәйге уҙғарылған. Ярыш юлының оҙонлоғо 3—7 км тәшкил иткән. Ҡолғаға бәйләп ҡуйылған сигеүле аҡ ҡулъяулыҡты йолҡоп алған тәүге бәйгесе еңеүсе тип иҫәпләнгән. Әгәр финишҡа бер юлы бер нисә һыбайлы килһә, улар ярыштың башҡа төрҙәрендә (көрәш, уҡ атыу һ.б.) көс һынашҡан. Еңеүселәргә бүләк бирелгән: 1‑се урынға — ҡолон, 2‑сегә — аҡса, 3‑сөгә — һөлгө. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында туй йолаһы — бәйге алып ҡасыу — таралған була. Хужалар ҡоҙаларҙы һый м‑н ҡаршы алырға сыҡҡан, шунан һыбай ярышырға, ғәҙәттә хужаларҙың береһен (уның ҡулына ҡыҙыл яулыҡ йәки тауар киҫәге бәйләнгән була) баҫтырырға, тәҡдим иткән. Еңеүсегә яулыҡ йәки һимеҙ йылҡы, һарыҡ ҡалъяһы тотторолған. Башҡортостандың көньяғында 18 б. 2‑се ярт. алып “Б.” байрамы үткәрелгән, уны бер улус йәки бер нисә ауыл (бер ҡәбиләгә йәки ырыуға ҡараған) халҡы сәсеү һәм бесән сабыу араһында ойошторған. Хәҙ. көндә Б. һабантуй һәм ат спорты ярыштары программаһына инә.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика