БӘХТЕЙӘРОВ Рауил Ҡотдос улы [4.1.1926, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Ҡашҡалаша а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 30.3.2001, Өфө], Соц. Хеҙмәт Геройы (1967). БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1950—88 йй. “Нефтепроводмонтаж” тресының (Өфө) 74‑се төҙөлөш-монтаж идаралығында слесарь-монтажсы, слесарь-монтажсылар бригадиры, электр м‑н иретеп йәбештереүсе. 1961—62 йй. “Дуҫлыҡ” нефть үткәргесен, 1963 й. Бохара—Урал газ үткәргесенең беренсе сиратын, Туймазы—Өфө үткәргес торбаһын һ.б. төҙөүҙә ҡатнаша. Б. магистраль үткәргес торбаларҙың 30 км секцияһын (9 меңгә яҡын ялғау) иретеп йәбештерә. 74‑се төҙөлөш-монтаж идаралығында беренсе булып торбаларҙы йөй ситенә дүңгәләктәр һалмайынса иретеп йәбештереү ысулын үҙләштерә, тиҫтәләгән квалификациялы иретеп йәбештереүсе белгес әҙерләй. Ленин (1967), “Почёт Билдәһе” (1960) орд. м‑н бүләкләнгән.

Ю.П.Смердов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика