БӘҘРӘШ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Бәҙрәш а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 13 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Бәҙрәш й. буйында (Тере Танып й. басс.) урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 132 кеше; 1920 — 238; 1939 — 234; 1959 — 305; 1989 — 383; 2002 — 394; 2010 — 361 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19 б. аҙ. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1900 й.) Бөрө өйәҙендә ш. уҡ  өйәҙҙең Яңы Ҡайпан а. кешеләре Биҙрәш исеме м‑н нигеҙ һала. 20 б. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика