БӘХТЕЙӘР ҠАНҠАЕВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв бригадиры. Себер даруғаһы Ҡошсо улусы Аҡа а. (хәҙ. Мәсетле р‑ны Оло Аҡа а.) мишәрҙәренән. 1773 й. дек. — 1774 й. ғин. Әбделйәлил Ырыҫҡолов һәм Әҙел Биғәшев м‑н берлектә Ҡазан даруғаһында баш күтәреүселәр отрядтарын төҙөй, Салауат Юлаев м‑н бергә Красноуфимск ҡәлғәһе һәм яҡын‑тирәләге заводтар эргәһендә хәрәкәт итә. Б.Ҡ. отряды Түбәнге Һарына заводын һәм Красноуфимск ҡәлғәһен алыуҙа ҡатнаша. Б.Ҡ. баш күтәреүселәр отрядтарын төҙөү м‑н шөғөлләнә: апр. — Ҡазан губернаһының Пермь провинцияһында, июндә Йәрмөхәмәт Ҡәҙермәтов м‑н берлектә Ҡазан һәм Уҫы даруғаларында була. 1774 й. июнь—июлендә Б.Ҡ. отряды Пугачёвтың Төп ғәскәренең Красноуфимск ҡәлғәһенән Ҡазанға ҡарай хәрәкәтен тәьмин итә; Бөрөнө алыуҙа ҡатнаша. Ҡазан янында баш күтәреүселәр ғәскәре ҡыйратылғандан һуң Абдулла Мостаев отряды м‑н берлектә уларҙың Волга й. аръяғына сигенеүен тәьмин итә. 1774 й. 27 июлендә Ҡазан губ. Зөри а. янында Б.Ҡ. отрядын С.В.Неклюдов етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре ҡыйрата. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Әҙәб.: Давлетбаев Б.С. Большая Ока. История села. Уфа, 1992.

Б.С.Дәүләтбаев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика