Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл '/images/010/2590%20BadrakTamg.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл '/images/010/2590%20BadrakTamg.jpg'

БӘҘРӘК, йәрембәт, башҡ. ҡәбиләһе. Табын ырыу-ҡәбилә берләшмәһе составына ингән. Тамғаһы . Этник яҡтан Алтай һәм Үҙәк Азияның монгол һәм төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Бәҙрәк” этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, нуғайҙарҙа, төркмәндәрҙә, үзбәктәрҙә билдәле. Б. ата-бабалары араһында нуғай мырҙаһы Аҡман телгә алына. 12—14 бб. табындарҙың йоғонтоһо аҫтында була, Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) үрендә төйәкләнә. 15—16 бб. ҡәбиләнең төп өлөшө Инйәр й. урта ағымының һул ярына күсенә. Ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре 18—19 б. аҙ. (ҡара: Аҫабалыҡ) — Стәрлетамаҡ өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 8‑се (7‑се) башҡ. кантонына (1798—1854) инә. Хәҙ. Б. йәшәгән ерҙәр Архангел р‑нына ҡарай.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика