БӘҘРЕТДИНОВ Сәлимйән Миңлеәхмәт улы (3.5.1950, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Иҙрис а.), журналист. Филол. ф. канд. (2010). БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1990). Журналистар союзы (1988), Яҙыусылар союзы (2000) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Ҡыйғы р‑нының Иҙрис 8 йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы, дир., 1983 й. алып “Башҡортостан” гәз. Белорет зонаһы б‑са үҙ хәбәрсеһе. 1996 й. башлап “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире, 1999—2015 йй. “Ватандаш” ж. баш мөхәррире урынбаҫары. Башҡ. фольклорында ғаилә ҡороу традицияларын сағылдырыуға, рухи һәм матди ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалыуға арналған 20‑гә яҡын китап һәм фәнни хеҙмәт; “Таңды ҡоштар уята” (1989), “Ғүмер артында — ғүмер” (1996), “Ҡан ҡәрҙәштәр төйәге” (1998), “Йәшә әле, йәшә…” (2015) һ.б. нәфис‑документаль әҫәрҙәр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис., М.Мортазин ис. пр. лауреаты (икеһе лә — 1996).

Әҫәрҙ.: Тереләргә — тере һыу: хикәйәләр, хәтирәләр, очерктар, мәҡәләләр. Өфө, 2006; Башҡорттарҙа ғаилә ҡороу рәүеше. Өфө, 2007; Халҡым хазинаһы: очерктар. Өфө, 2011.

С.С.Шәнгәрәева

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика