БӘҘРЕТДИНОВ Рәмил Рафаил улы (17.1.1958, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Йыланыш ҡсб), курортолог. Мед. ф. д‑ры (2007). РФ‑тың атҡ. һаулыҡ һаҡлау хеҙм‑ре (2006), БР‑ҙың атҡ. табибы (1992), БР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (2004), РФ‑тың (2007) һәм БР‑ҙың (1992) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. БДМИ‑ны (1982), БДАУ‑ҙы (1996) тамамлаған. 1982 й. алып Дыуан р‑нында эшләй: санитария-эпидемиология станцияһында, 1984 й. башлап участка дауаханаһы баш табибы, 1987 й. — райондың, 1993 й. — Дәүләт санитария-эпидемиология күҙәтеүенең Дыуан терр. берекмәһе баш дәүләт санитария табибы, 1994 й. башлап район хакимиәте башлығы урынбаҫары. 2001 й. — “Янғантау” шифаханаһы, 2012 й. алып “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы дир., бер үк ваҡытта 2007 й. башлап БДМУның дипломдан һуң белем биреү ин‑ты уҡытыусыһы. Фәнни эшмәкәрлеге БР-ҙың шифахана-курорт комплексы шарттарында һаулыҡты тергеҙеүсе дауалау эшен ойоштороуҙы камиллаштырыуға арналған. Б. ҡатнашлығында терәк-хәрәкәт аппараты, периферик нервы системаһы ауырыуҙарын, умыртҡалыҡ остеохондрозының неврологик күренештәрен, хроник пиелонефритты һ.б. дауалау алымдары эшләнә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 4‑се саҡырылыш депутаты. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2010).

Хеҙм.: Санаторий “Янган-Тау”: биоклиматические ресурсы и климатолечение. Екатеринбург, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика