БӘҘРЕТДИНОВ Ратмир Сәрүәр улы [15.11.1931, БАССР‑ҙың Дыуан-Мәсетле р‑ны Ҡотош а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны)], бейеүсе. БАССР‑ҙың халыҡ (1977) һәм атҡ. (1963) артисы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1952) Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солист, 1973 й. алып дир., 1980 й. башлап ӨДСИ проректоры, 1986—2001 йй. БАДТ дир. урынбаҫары һәм баш администраторы. Б. ижадында халыҡ бейеүе традициялары сағыу театраллек башланғысы м‑н тәбиғи үрелеп килә. Артистың комик һәләте Столяр (“Ғашиҡ төҙөүселәр”), Кейәү егет (“Кейәү”), Бай улы (“Сәкән”) образдарында асыҡ сағыла. “Өс туған” бейеүендә Өлкән ағай — аҡыллы һәм шаян ҡарт — образын тыуҙыра. Б. ҡатнашлығындағы “Тау мариҙары бейеүе”, “Әпипә” бейеүҙәре башҡарыу оҫталығы һәм актёрлыҡ һәләте өлгөһө булып тора.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика