БӘҘРЕТДИНОВ Миңнулла Бәҙретдин улы [1901, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Сорғолдо а. (БР‑ҙың Тәтешле р‑ны) — 29.9.1943, Украина ССР‑ы Войсковое а. янында, Вовниги а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1944). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1941 й. дек. алып Брянск, Воронеж һәм Көньяҡ‑Көнбайыш фронттарҙа хеҙмәт итә. Герой исеменә 6‑сы армия 25‑се гвардия уҡсылар див. 78‑се гвардия уҡсылар полкы уҡсыһы гвардия сержанты Б. 1943 й. 26 сент. Войсковое а. төньяҡтараҡ Днепр й. аша сыҡҡанда һәм 29 сент. уң ярҙағы плацдармды киңәйткәндә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1944), Ҡыҙыл Байраҡ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Тәтешле р‑ны Үрге Тәтешле а. урамға һәм Сорғолдо урта мәктәбенә Б. исеме бирелгән, мәктәп алдында уға һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика