БӘҒӘНӘШ (Actaea), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 10 10 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә: башаҡлы Б., ҡыҙыл емешле Б. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тигеҙ япраҡланған, 60—70 см бейеклектә. Япрағы ике, өс бүлемле өсәрле, япраҡсаһы киң оҙонса, тупаҫ йәки ҡыҫҡа осло, төбөндә япраҡ һабағы барлыҡҡа килтерә. Сәскәһе аҡ, ваҡ, сәскәлеге — ҡыҫҡа, оҙонса тәлгәш. Май—июндә сәскә ата. Емеше — ҡыҙыл йәки ҡара еләк, июлдә өлгөрә. Күләгәле урманда үҫә, ҡыҙыл емешле Б. Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында таралған, башаҡлы Б. — респ. бөтә терр‑яһында. Декоратив, ағыулы үҫемлек. Составында алкалоидтар, сапониндар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Е.В.Кучеров

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика