БӘГӘНӘШ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Первомайский а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 36 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 59 кеше; 1939 — 92; 1959 — 388; 1989 — 240; 2002 — 334; 2010 — 290 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Дергачевка урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. башында Стәрлетамаҡ өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Үрге Бәгәнәш а. (хәҙ. Ауырғазы р‑ны) кешеләре Түбәнге Бәгәнәш исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Яңы БәгәнәшӘбүкән исеме м‑н билдәле булған. 30‑сы йй. башынан Әлшәй с‑зының Бәгәнәш бүлексәһе ҡасабаһы, 1967 й. алып Первомайский с‑зының Бәгәнәш бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ теркәлә. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2008 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Ю.А.Кәримов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика