“БЭТО”, Башҡортостан электрон телекоммуникациялар берекмәһе, ААЙ. Элемтә саралары һәм телекоммуникация техникаһы, ш. иҫ. электрон цифрлы АТС‑тар өсөн ҡорамалдар, төрлө тәғәйенләнешле телефон коммутаторҙары (10‑дан алып 400‑гә тиклем номер), кросс ҡорамалдары етештерә. Өфөлә урынлашҡан. Составы: механик әҙерләү, йыйыу производстволары. 2010 й. 314 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең элемтә пр‑тиеларына ебәрелә, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла.

1941 й. “Ҡыҙыл таң” Ленинград з‑дының эвакуацияланған цехтары базаһында 628‑се з‑д булараҡ нигеҙ һалына, 1956 й. башлап 85‑се з‑д, 1969 й. — Өфө телефон аппаратураһы з‑ды, 1971 й. заводҡа С.М.Киров исеме бирелә, 1983 й. уның базаһында ПБ ойошторола, 1988 й. Өфө коммтация аппаратураһы з‑ды (1978 й. нигеҙләнгән) м‑н берләштерелгәндән һуң, С.М.Киров ис. Башҡ‑н ғилми ПБ‑на үҙгәртелә; 1991 й. алып хәҙ. статустағы “БЭТО концерны”, 2000 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Пр‑тиела СССР‑ҙа тәүге тапҡыр цифрлы телефон станциялары етештереү индерелә (1985). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985). “Б.” м‑н М.К.Бикҡолов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика