БЭНЕРДЖИ Санджой (13.11.1943, Калькутта ҡ., Һиндостан), химик-технолог, инженер-механик. БР ФА‑ның сит ил ағзаһы (1998). Фән д‑ры (1968), проф. (1976). Һиндостан технология ин‑тын тамамлаған (Кхарагпур ҡ., 1965). 1968 й. алып Канадала Атом энергияһы ком‑тында (Пинава ҡ.) ғәмәли фәндәр секцияһы дир., 1976 й. — Макмастер ун‑тында (Хэмилтон ҡ.), 1980 й. — АҠШ‑та Калифорния ун‑тында (Санта‑Барбара ҡ.; 1984—89 йй. химик технология каф. мөдире, 2008 й. алып Ҡала колледжы уҡытыусыһы һәм Энергетика ин‑ты дир. (НьюЙорк ҡ.). Фәнни хеҙмәттәре энергетик һәм химик ҡоролмаларҙа барған турбулентлы күп фазалы ағымдарҙың гидродинамикаһын өйрәнеүгә арналған. 190‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы. Сеймур Крей пр. лауреаты (1992).

Хеҙм.: Chemical Plant Safety. London, 2000.

А.П.Маслова

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика