АБЫҘГИЛДИН Айрат Юнир улы (15.6.1962, Ишембай ҡ. — 22.10.2016, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1998). Ю.М.Абыҙгилдиндың улы. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте ин‑тын тамамлағандан һуң (1984) ӨДНТУ‑ла эшләй (2002 й. алып инженер графикаһы каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре нефть эшкәртеү технологияларын уйлап табыуға һәм углеводород сеймалын эшкәртеү процестарының технологик схемаларын анализлауға арналған. А. тарафынан газ конденсаттарын меркаптандарҙан таҙартыу ысулдары эшләнгән, нефтехимия производстволарының төп технологик процестарының график моделдәре төҙөлгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Линейные изображения схем установки риформинга //Химия и технология топлив и масел. 1995. №6; Информационные технологии и современные методы обучения //Горный вестник. 1997. №3.

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

 

Текст на русском языке