БЫЯЛА ПЛАСТИКТАР, быяла тулыландырыусылар м‑н арматураланған полимерҙар. Бәйләүестән — реактопластар һәм термопластар, тулыландырыусыларҙан — ҡыҫҡа сүстәр, комплекслы һәм моноептәр, жгуттар (ровингтар), туҡымалар, эсе ҡыуыш микросфералар, маттарҙан торалар. Тулыландырыусыларҙың төрө б‑са быяла сүс (тулыландырыусыһы — ҡыҫҡа сүс), быяла текстолит (туҡыма), рулонлы (быяла маттар, штапель сүс), ш. уҡ тулыландырыусылары микросфераға оҡшаш Б.п. (ҡара: Газ менән тулыландырылған полимерҙар) айыралар. Йүнәлеше билдәләнмәгән һәм билдәләнгән (бер йүнәлешле — үҙ‑ара параллель тотош ептәр; арҡыры‑буй йүнәлешле — бер-береһенә ҡарата мөйөш яһап урынлашҡан; арауыҡлы арматураланған — 2‑нән ашыу яҫылыҡта арматураланған) Б.п. бүләләр. Бәйләүестең төрө, химик составы, формаһы, йүнәлеш алыу кимәле, быяла сүс төҙөлөшөнөң анизотропияһы, етештереү технологияһына (ш. иҫ. майландырыусылар м‑н алдан эшкәртеү) бәйле рәүештә Б.п. юғары диэлектрик, электр изоляциялау үҙенсәлектәре, механик ныҡлыҡ, ҡатылыҡ, химик сыҙамлылыҡ, түбән кимәлдә йылы үткәреүсәнлек, тығыҙлыҡ хас.

Башҡортостанда Б.п. өсөн тулыландырыусыларҙы 1962 й. алып “Стеклонит”, 1963 й. — “Салаватстекло”; бәйләүестәрҙе 60‑сы йй. башлап “Газпром нефтехим Салават” (полиэтилен, полистирол), “Уфаоргсинтез” (полиэтилен, полипропилен), “Каустик” (хлорлы эпоксид ыҫмалаһы) ААЙ-лары етештерә; 2004 й. тиклем “Уфахимпром” (эпоксид ыҫмалалары) сығара. Б.п. һәм уларҙан эшләнгән әйберҙәрҙе “Салаватстекло” (70‑се йй. алып быяла штапель сүс, фенол‑формальдегид ыҫмалалары нигеҙендә АТМ‑1 һәм АТМ‑2 маркалы тауыш үткәрмәүсән материал), “Стеклонит” (торбалар, күсәрҙәр, йылылыҡ үткәрмәү өсөн ҡулланыуға РСТ‑430 маркалы һәм нефть, газ үткәргестәрен һыуҙан һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән РСТ‑40‑Ф маркалы рулонлы материалдар, киҫелмәле түңәрәктәргә, төҙөлөш конструкцияларына ныҡлыҡ биреү, автомобиль юлдарына һәм аэропорттарҙың осоу‑ултырыу һыҙаттарына йәйелгән асфальт‑бетон япмаларын нығытыу һ.б. өсөн СПАП‑МП маркалы арматуралап сырмаусы селтәрҙәр), “Полипласт” ЯАЙ‑нда (нефтьгаз комплексы, һәр төрлө транспорт һ.б. өсөн), БР‑ҙың Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ һәм етештереү ин‑ты м‑н берлектә “Кровлестом” ЯСЙ‑нда (Ишембай ҡ.; полиэтилен һәм Поликамс маркалы изоляциялаусы, МКА маркалы коррозияға ҡаршы быяла туҡымалар нигеҙендә), Нефтехимия эшкәртеү ин-тында (Башмостопласт маркалы иретеп йәбештермәле битумполимер) етештерелә. Сырмау, һуҙыу, өрҙөрөү, ҡатлап йәйгәндән һуң тоташтырыу йәки вакуум аша форма биреү, ҡайһы бер осраҡта преслау юлы м-н алалар. 2000 й. 1,6 мең т етештерелгән, 2006 й. — 0,3 мең т. Электр изоляциялаусы (тулыландырыусыһы — алюмин‑борсиликат сүс), конструкция (алюмин‑борсиликат, магнезиялы‑алюминсиликат), йылылыҡ үткәрмәүсе (кремнезём, кварц) материалдар сифатында файҙаланалар. Төп ҡулланыусылары — Күмертау авиация производство предприятиеһы, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе. 1969—76 йй. Химия ин-тында юғары кимәлдә йылыға сыҙамлы Б.п. уйлап табыла; 70‑се йй. ӨАИ‑ла термопластик бәйләүесле Б.п. алыу технологияһын эшләү б‑са тикшеренеүҙәр уҙғарыла (Ю.С.Первушин). Шулай уҡ ҡара: Тулыландырылған полимерҙар, Композициялы материалдар.

Әҙәб.: Стеклянные волокна. М., 1979.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика