БЫЧКОВА Маргарита Александровна (14.1.1925, Өфө), педиатр. Мед. ф. д‑ры (1976), проф. (1978). Е.А.Медведеваның апаһы. БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1947) Әлшәй р‑нында эшләй, 1949 й. алып Өфө ҡала башҡарма ком‑тының һаулыҡ һаҡлау бүлегенең баш педиатры. 1967—92 йй. БДМИ‑ла уҡыта (1974—85 йй. балалар ауырыуҙары пропедевтикаһы каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1980—85 йй. БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш гастроэнтерологы. Фәнни хеҙмәттәре балаларҙың оҙайлы һәм хроник ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙары осоронда ашҡаҙан аҫты биҙе патологияһын өйрәнеүгә арналған. Б. балалыҡ осоронда панкреатитты дауалау өсөн урындағы тәбиғәттең шифалы факторҙарын файҙаланырға тәҡдим итә. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Тәрж. И.М.Аҡъюлов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика