БЫЧКОВ Иван Дмитриевич (1873, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе — ?), Өфө губернаһынан 1‑се Дәүләт думаһы (1906) депутаты. Крәҫтиәндәрҙән. Мысовочелнинск 2 класлы башланғыс халыҡ уч‑щеһын тамамлаған. Думала хеҙмәтсәндәр фракцияһы ағзаһы. 1906 й. июлендә Выборг ҡ. Думаны таратыуға ҡаршылыҡ билдәһе итеп дәүләт власы органдарына гражданлыҡ буйһонмауына саҡырыусы “Халыҡ вәкилдәренән халыҡҡа” өндәмәһенә ҡул ҡуя. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Ғ.Д.Ирғәлин

Тәрж. Д.К.Үзбәков 

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика