БЫЧКОВ Владимир Николаевич (25.12.1961, Салауат ҡ.), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). “Спартак” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры П.З.Буйлов). Эстафетала Европа чемп. (1993), 200 м йүгереүҙә һәм һөңгө сөйөүҙә СССР чемп. (1989, 1990), бишбәйгелә РСФСР (1979, 1981, 1983, 1985, 1987—91) һәм Рәсәй (1992—95) чемп.; һөңгө сөйөүҙә РСФСР (1983, 1985, 1987, 1989) һәм Рәсәй (2003) чемпионы. Бишбәйгелә донъя чемпионатының бронза призёры (1994); һөңгө сөйөүҙә һәм бишбәйгелә Европа чемпионатының (1993), дзюдо б‑са Европа кубоктарының (1996, 1998; тренерҙары В.А.Пегов һәм С.А.Тарасов) көмөш призёры. Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы (1996). РСФСР (1979—91) һәм Рәсәй (1992—99) йыйылма командалары ағзаһы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика