БЫУЫНТЫҒАЯҠЛЫЛАР (Arthropoda), умыртҡаһыҙҙар тибы. 5 класы, 2 млн ашыу төрө (БР‑ҙа 20 меңдән ашыу төрө) билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Ярым типтары: трилобит һымаҡтар (юҡҡа сыҡҡан трилобит класы м‑н бергә); хелицерҙар (меростомдар һәм үрмәксе һымаҡтар кластары м‑н бергә); айғолаҡ аша тын алыусылар (ҡыҫала һымаҡтар класы м‑н бергә); трахея аша тын алыусылар, йәки парлы мыйыҡлылар (ҡырғаяҡтар һәм бөжәктәр кластары м‑н бергә). Кәүҙәһе баш, күкрәк һәм ҡорһаҡтан тора; ике яҡлы симметриялы, һаҡлағыс һәм һөлдә панцирын барлыҡҡа килтереүсе хитин кутикула (уға эске мускулдар йәбешә) м‑н ҡапланған. Тән ҡыуышлығы ҡатнаш типлы (миксоцель). Гетероном сегментациялы. Эволюция процесында ҡыуыш, быуынтыҡлы аяғы ауыҙ аппаратына, йөрөү аяғына, йөҙөү ағзаһына һ.б. әүерелгән йәки редукцияға бирелгән. Эсәклеге хитин м‑н ҡапланған эктодермаль алғы һәм артҡы эсәктәрҙән һәм энтодермаль урта эсәктән [уның м‑н ҡайһы бер Б. аш һеңдереү (бауыр-ашҡаҙан аҫты) биҙҙәре, йәки бауыр көпшәләре тоташҡан] тора. Айғолаҡтар (ҡыҫала һымаҡтар), үпкәләр һәм (йәки) трахеялар (үрмәксе һымаҡтар һәм бөжәктәр) аша тын ала. Нервы системаһы 3 пар тоташҡан йотҡолоҡ өҫтө ганглийынан (баш мейеһе) һәм ҡорһаҡ нервы сылбырынан тора. Күп Б. ҡатмарлы фасеткалы күҙе, механик һәм хеморецепторҙары, ишетеү ағзалары һ.б. бар. Ҡан тамырҙары системаһы йомоҡ түгел (аорта һәм артериялар һаҡланған), йөрәге метамер, артериаль. Бүлеп сығарыу ағзалары — метанефридия, йәки мальпиги тамыры (ер өҫтө формаларының). Аяғы быуынтыҡлы, күсеп йөрөү, тын алыу, эләктереү һ.б. функциялар үтәй. Күпселек Б. айырым енесле. Енси юл м‑н үрсей, ҡайһы ваҡыт партеногенез хас. Үҫеше тулы булмаған (ҡурсаҡ стадияһы юҡ) йәки тулы метаморфозлы. Б. ҡау һалған ваҡытта үҫә. Фитофаг, сапрофаг, ш. иҫ. детритофаг, некрофаг, йыртҡыс, паразит һ.б. Б. — экосистемаларҙағы туҡланыу сылбыры компоненты, күп төрҙәрен (креветкалар, лангустар, йылға ҡыҫалалары, омарҙар һ.б.) кеше аҙыҡ итеп ҡуллана. Үҫемлектәрҙе һеркәләндерә, йәшәү эшмәкәрлегенең ҡиммәтле продукттарын (бал ҡорто балауыҙы, бал, ебәк һ.б.) эшләй, үрсетеү объекттары (башҡорт бал ҡорто, тут ебәк күбәләге), кеше һәм хайуан паразиттары (бөрсә, бет, ҡорсаңғы бетсәһе), инфекцион ауырыуҙарҙы таратыусылар (малярия серәкәйе, иксод талпандары һ.б.), ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары булып тора. Б. 28 төрө (бөжәктәр класы) — БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына, шуларҙың 12‑һе ш. уҡ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика