БЫУА БАЛЫҠСЫЛЫҒЫ, балыҡсылыҡ быуаларында яһалма рәүештә балыҡ үрсетеү һәм үҫтереү. Производство технологияһы б‑са тулы системалы (балыҡты ыуылдырыҡтан тауар массаһына тиклем үҫтереү; бөтә категория быуалары ҡулланыла) һәм тулы булмаған системалы (селбәрәләрҙе һәм тауар балығын ситтән килтерелгән балыҡ үрсетеү материалынан үҫтереү; селбәрә, үҫеп килгән балыҡ быуалары һ.б.) Б.б. айырып йөрөтөлә. Б.б. 20 б. 30‑сы йй. алып интенсив үҫешә. Башҡортостанда промысла быуаларының дөйөм майҙанының 6%‑ы (яҡынса 400 га) ҡулланыла. 13 төр карп (ш. иҫ. 9 зона төрө һәм  кросы, 2 аэромоноз ауырыуына сыҙамлы махсуслаштырылған төр, 2 — һыуҙың юғары температураһында үҫтереү өсөн); аҡ һәм ала толстолобиктар; бикреләр ғаиләһенә ҡараған 3 төр балыҡ, 7 төр бағыр һәм 1 төр пелядь үрсетелә. Б.б. 5 балыҡ үрсетеү зонаһына бүленә. БР‑ҙың Өфөнән төньяҡтараҡ терр‑яһы — 2‑се (балыҡ етештереүсәнлек 100—150 кг/га тәшкил итә), көньяҡтараҡ терр‑яһы 3‑сө (150—200 кг/га) зонаға ҡарай. Тулы системалы балыҡсылыҡ хужалыҡтарына Фёдоровка р‑нының «“Балыҡ” балыҡсылыҡ хужалығы» ААЙ (етештереү күләме — йылына 100—200 т тауар балығы һәм 30—40 т балыҡ үрсетеү материалы), Бөрө тәжрибә-производство хужалығы (ярашлы рәүештә 20 т һәм яҡынса 40 т; ҡара: Балыҡсылыҡ) ҡарай. Респ. йыл һайын етештерелгән быуа балығының дөйөм күләме 300—400 т тәшкил итә.

Р.Б.Йосопов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика