АБЫҘГИЛДИН Абрек Әмир улы (1.3.1937, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Баймаҡ ҡсб, хәҙ. Баймаҡ ҡ.), рәссам. РФ‑тың Художество акад. мөхбир ағзаһы (2008). РФ‑тың (2009), ТР‑ҙың (1995) халыҡ рәссамы, РФ‑тың (2002), ТАССР‑ҙың (1986) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Й.З.Абитаеваның улы. ТР Рәссамдар союзы ағзаһы (1974). В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тын тамамлаған (1970; педагогы К.А.Тутеволь). 1970 й. алып Ҡазанда йәшәй һәм эшләй. ТР Рәссамдар союзы рәйесе (1993—2008). Киң ижади диапазонлы рәссам. Эштәрендә аллегориялар телен, символиканы ҡуллана. А. әҫ. графика аныҡлығы, нәфислек, буяуҙар байлығы, тасуирлау сараларының һәм техник алымдарҙың төрлөлөгө, драматизм хас: “Һабантуй” (1970—2001), “Сәскәләр һәм ҡатын‑ҡыҙҙар” (1981—85), “Шәрәләр” (1994), “Кентаврҙар” (1974—95) циклдары, “Дәүерҙәр һәм кешеләр” (1985—92) триптихы, “Аҡыл хакимдары” (1991—96) монументаль композицияһы; дингә һәм милли мәҙәни традицияларға арналған әҫәрҙәр циклы. 80‑се йй. аҙ. башлап портрет жанрында эшләй: “Сәнғәт белгесе М.А.Алпатов”, “Г. фон Караян” (икеһе лә — 1987), “И.И.Дилмөхәмәтов”, “Б.Урманче” (икеһе лә — 1989), “Дәрдмәнд” (1997), “С.Ғөбәйҙуллина” (1998) һ.б. А. ижадында монументаль‑биҙәү сәнғәте лә әһәмиәтле урын биләй: Ҡазандың йәмәғәт биналары өсөн ижад ителгән стена рәсемдәре: “Революция” (1972—73, Йәштәр үҙәге), “Мода тарихы” (1975, Мода йорто) һ.б. 1968 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Ҡазан (1994, 1995, 1997, 2000, 2007, 2009), Өфө (2000, 2009). Эштәре БДХМ, ТР Дәүләт һынлы сәнғәт музейы (Ҡазан) коллекцияларында, Рәсәй һәм сит илдәр шәхси йыйылмаларында һаҡлана. ТР‑ҙың Ғ.Туҡай ис. Дәүләт пр. лауреаты (1997).

Ҡ.Ә.Аралбаев

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.