БЫСҠЫ ҮЛӘН (Stratiotes), һыуһылыуҡасы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Ябай, йәки алоэ һымаҡ Б.ү. билдәле, Европаның уртаса өлкәләрендә, Төньяҡ Кавказда һәм Көнбайыш Себерҙә таралған. Күп йыллыҡ ике өйлө, 15—45 см бейеклектәге үлән. Үҫентеһе ҡыҫҡа, йәйелеүсе, һыу аҫтында. Япрағы ныҡ, ҡуйы тамыр алды розеткаларында урынлашҡан, ултырма теҙелешле, ҡылыс формаһында (сәскә атҡандан һуң һыуға бата), төбөндәгеләре улаҡлы, ситтәрендә ҡаты сәнскәкле тешле. Сәскә һабы ялпаҡ, япраҡһыҙ, япрағынан ҡыҫҡараҡ; сәскәһе эре (диам. яҡынса 2,5 см), аҡ, өс таж япраҡлы; 12 һеркәлекле ата сәскәләр оҙон сәскә һабында урынлашҡан, инәһе емешлекле, ултырма теҙелешле, яңғыҙ. Июлдә сәскә ата. Емеше йомортҡа формаһында, алты ҡырлы, июлдә өлгөрә. Башлыса вегетатив юл м‑н үрсей. Күлдә, быуала, ҡылыла, һаҙлыҡта үҫә; һыуҙың һайығыуына сәбәпсе өйкөмдәр барлыҡҡа килтерә. Башҡортостандың Урал алды зоналарының урман һәм урман‑дала зоналарында, Башҡортостандың Урал аръяғы дала зонаһында осрай. Мал аҙығы үҫемлеге.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

 Текст на русском языке

Яндекс.Метрика