БЫМ-КӨҢГӨР УЙПАТЛЫҒЫ, Волга-Кама антеклизаһының беренсе дәрәжәле кире тектоник структураһы. Палеозой ҡатламдарында айырыла. Төп өлөшө Пермь крайы һәм Свердловск өлк. үҫешкән. Төньяҡ сигенең киңлеге яҡынса 45 км. Башҡортостанға түбәһе Дыуан р‑ны Дыуан а. төньяҡҡа табан 8 км алыҫлыҡта ятҡан өсмөйөш формаһындағы көньяҡ сите м‑н инә. Әҙерәк көньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай ауышҡан биләмәнән ғибәрәт, сейсмик мәғлүмәттәр б‑са, аныҡ структур сиктәре юҡ. Бөтә палеозой киҫелешендә үҙҙәренең борттары м‑н һыҙыҡлы күтәренке зоналарҙы контролдә тотҡан, сейсмик разведка тарафынан айырып күрһәтелгән төньяҡ-көнбайыш йүнәлешендәге постседиментацион грабенға оҡшаш Һикеяҙ, Токарев-Курбат һәм Әй тамағы‑Дорохов бөгөлдәре күҙәтелә. Б.‑К.у. нефтле булыу перспективалары күтәренке зоналарҙы ҡатмарлаусы ваҡ брахиантиклиналдәр м‑н бәйле.

Е.В.Лозин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика