БЫМ ЗАВОДЫ, 1736 й. Уҫы даруғаһы Ғәйнә һәм Ирәкте улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Бым й. (Сылва й. басс.) буйында А.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар) тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Демидовтар, 1847 й. һәм 1863—89 йй. ҡаҙна, 1848 й. алып Соҡсон тау заводтары акционерҙар ширҡәте, 1889 й. — В.А.Хлудов, 1891 й. — А.Н.Курочкин. Соҡсон тау округына инә. 1736 й. эшләй башлай. 6 баҡыр иретеү мейесе, 1 шплейзофен һәм 3 гармахер горны, 1859 й. 8 баҡыр иретеү мейесе, 1 гармахер горны була. Заводҡа 200 рудник ҡарай, шуларҙың 4‑һе эшләй. 18 б. аҙағына Б.з. яҡынса 20,9 мең дисәтинә ере була. 1773 й. заводта 1679 заводҡа беркетелгән крәҫтиән иҫәпләнә, крепостной крәҫтиәндәр — 571; 18 б. аҙағына мастеровой һәм эшсе кешеләр — 840, заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәр — 2252. Уртаса етештереүсәнлек йылына — 3,6 мең бот ҡара баҡыр, макс. — 16 мең бот (1855). 1773 й. һәм 1871—89 йй. завод эшләмәй; 1889 й. ябыла. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Пермь крайының Бым а. урынлашҡан.

Әҙәб.: Аннинский заводы мәҡ. ҡарағыҙ.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика