БЫКОВ Леонид Иванович (18.12.1937, Рыбинск ҡ.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1983), проф. (1984). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1988), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1961) шунда уҡ эшләй: 1971—75 йй. газ-нефть үткәргестәр, газ һаҡлағыстар һәм нефть базалары төҙөү каф. мөдире вазифаһын башҡарыусы, 1988— 2007 йй. материалдар ҡаршылығы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге үткәргес торба конструкцияларының ныҡлығы һәм сыҙамлылығы, тупраҡты техник мелиорациялау проблемаларын өйрәнеүгә бәйле. Б. бушаҡ тупраҡты яһалма нығытыусы магистраль үткәргес торба трассаһы участкаларының һәм айырым объекттарының классификацияһын эшләй; төрлө бәйләүес матдәләр м‑н нығытылған тупраҡтың физик һәм механик үҙенсәлектәрен асыҡлай; үткәргес торбаларҙың ҡатмарлы участкаларының көсөргәнешле деформацияланыу параметрҙарын баһалау методикаһын һ.б. уйлап таба. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Типовые расчёты по сооружению трубопроводов. М., 1979 (авторҙ.); Технология сооружения газонефтепроводов. Т.1. Уфа, 2007 (авторҙ.); Машины и оборудование газонефтепроводов. 3-е изд., перераб. и доп. Уфа, 2009 (авторҙ.).

К.В.Степанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика