БЫКИН Яков Борисович (1888, Витебск губ. Крестовый а. — 1938, Мәскәү), совет партия-дәүләт эшмәкәре. 1903 й. й. алып Бунд, 1906 й. — РСДРП ағзаһы. Коммунистик акад. тамамлаған (Мәскәү, 1927). 1904 й. һәм 1911 й. революцион эшмәкәрлек өсөн ҡулға алына. 1913—18 йй. Швейцарияла йәшәй. 1919 й. алып Белорус ССР‑ында, 1922—25 йй. — Воронеж, 1927 й. башлап Ярославль губ. партия эшендә. 1929—37 йй. ВКП(б) Башҡ‑н өлкә ком‑тының 1‑се секретары. 1923— 28 йй. һәм 1930—37 йй. Бөтә Рәсәй ҮБК һәм СССР ҮБК ағзаһы. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1935). Репрессиялана (1937), атыла. 1956 й. аҡлана.

Әҙәб.: Иргалин Г. “Бунтующих ликвидировать...” //Возвращённые имена. Уфа, 1991.

Ғ.Д.Ирғәлин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 Текст на русском языке

Яндекс.Метрика