БЫЗЫЛДАУЫҠТАР (Carabidae), ҡаты ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 25 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа яҡынса 260 төрө бар: ялтыр Б., бөртөклө Б., ҡыҙыл аяҡлы Б., бронза ҡуңыҙ, еҙ ҡуңыҙ һ.б. Кәүҙәһе оҙонса, 2—90 мм оҙонлоҡта. Төҫө ҡара, көрән, һирәк йәшел, зәңгәр, бронза һ.б., металл ялтырауыҡлы. Өҫкө ҡанаты ғәҙәттә ҡорһағының бөтә өҫкө яғын ҡаплап тора; ҡайһы бер төрҙәрендә бер‑береһенә ҡушылып үҫә (был осраҡта ҡанаты бөтөнләй булмай йәки үҫешеп етмәгән була). Мыйығы еп рәүешендә, яңағы яҡшы үҫешкән. Аяғы оҙон, йүгерек. Күп төрҙәрендә зәһәр шыйыҡса бүлеп сығарыусы аналь биҙҙәр бар. Йомортҡаһын тупраҡҡа һала. Балағорто оҙонса, хәрәкәтсән, йышыраҡ ҡара төҫтә, ялтыр. Йәй аҙағында ағас ҡайыры, мүк аҫтында ҡурсаҡҡа әүерелә. Йәш ҡуңыҙ көҙөн сыға һәм ҡышлай. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Бөжәк йомортҡаһы һәм балағорто, ваҡ лайлалы ҡусҡар, ҡусҡар, ш. уҡ ҡыяҡлылар м‑н туҡлана. Б. күпселеге тупраҡта, урман түшәүҙәрендә, үҙағаста һ.б. ерҙә йәшәй. Ҡыҙыл аяҡлы Б. һәм бөртөклө Б. — Башҡортостандың киң япраҡлы урмандарында һәм далаларында, ялтыр Б. — һирәкләп Башҡортостандың Урал алды һаҙлыҡтарында, оҫта Б. Башҡорт (Көньяҡ) Уралының һалҡын шишмә буйҙарында йыш осрай. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарын юҡ итә. Еҙ ҡуңыҙ БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Н.Г.Ҡурамшина

Тәрж. Р.С.Мөфтәхетдинова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика