АБЫҘБАЕВ Измаил Ибраһим улы (11.1.1929, Өфө — 4.9.1997, шунда уҡ), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1988). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1977), нефть сәнәғәте отличнигы (1971). И.Х.Абыҙбаевтың улы. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1971) БАССР‑ҙың нефть промыслаларында эшләй. 1956 й. башлап Башҡ‑н нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект ин‑тында: 1975 й. алып ғилми эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 1986 й. — баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре нефть һаҡламдарын сығарыуы ауыр булған ятҡылыҡтарҙы асыу, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеге геол.-физик һәм технологик факторҙар комплексына бәйле булыуының геол.‑статик моделдәрен эшләү м‑н бәйле. А. етәкс. Арлан нефть ятҡылығын, Маншыр нефть ятҡылығын, Шкапов нефть ятҡылығын һ.б., ш. уҡ Алжир һәм Иран нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү проекттары төҙөлгән. 150‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1976).

Хеҙм.: Разработка нефтяных месторождений при режиме растворённого газа. М., 1962 (авторҙ.); Повышение эффективности разработки водонефтяных зон месторождений Башкирии. Өфө, 1978 (авторҙ.); Разработка залежей с трудноизвлекаемыми запасами нефти Башкортостана. Уфа, 1994 (авторҙ.).

А.Н.Күсәев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.