БЫЗИНА Нина Ивановна (3.6.1930, Өфө), йырсы (лирик‑колоратуралы сопрано). РСФСР‑ҙың (1974) һәм БАССР‑ҙың (1963) атҡ. артисы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1952), Башҡ. муз. уч‑щеһын (1956; Р.Л.Фишер класы) тамамлаған. 1956—86 йй. БДОБТ солисы. Көслө, матур тембрлы һығылмалы тауышҡа, һәйбәт башҡарыу техникаһына эйә. Төп партиялары: Лакме (Л.Делибтың ш. уҡ исемле операһы; дебют, 1956), Леонора (“Трубадур”), Джильда (“Риголетто”; икеһе лә — Дж.Верди), Ләйлә (“Ынйы эҙләүселәр” — “Искатели жемчуга”, Ж.Бизе), Марфа (“Батша кәләше” — “Царская невеста”, Н.А.Римский‑Корсаков). Комик опера һәм опереттала айырыуса уңышлы сығыш яһай. Розина (“Севилья цирюльнигы” — “Севильский цирюльник”, Дж.Россини), Адина (“Мөхәббәт эсемлеге” — “Любовный напиток”, Г.Доницетти), Адель (“Ярғанат” — “Летучая мышь”, И.Штраус) һ.б. партиялар хис‑тойғолар байлығы һәм башҡарыуының тәьҫирлеге м‑н айырылып тора. Йырсының концерт репертуарын урыҫ һәм сит ил вокаль классикаһы өлгөләре, З.Ғ.Исмәғилев, Ш.З.Ҡолбарисов, Р.Ә.Мортазин, Н.Ғ.Сабитов, Р.В.Сәлмәнов, Х.Ф. Әхмәтов йырҙары һәм романстары тәшкил итә. Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша (1955).

Э.М.Давыдова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика