БЫҘАУЛЫҠ ҠӘЛҒӘҺЕ, 1736 й. И.К.Кирилов Һамар й. һул ярында уға Быҙаулыҡ й. ҡойған ерҙә (боронғо башҡ. ҡаласығы емереклектәре урынында) Ырымбур сик һыҙығында хәрби нығытылған ҡасаба булараҡ нигеҙ һала. Быҙаулыҡ й. исеме м‑н аталған. 1736 й. Б.ҡ. 156 кеше (12 ҡалмыҡ, 41 разночинец, 6 һөргөнсө, 19 Өфө татары һәм нуғайы, 78 Яйыҡ казагы) урынлаша. 1741 й. 571 кеше йәшәгән. Б.ҡ. аша Ырымбур—Һамар тракты үткән. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) ваҡытында ҡәлғә баш күтәреүселәр хәрәкәте үҙәктәренең береһе була. 1773 й. нояб. аҙағынан Б.ҡ. атаман И.Ф.Араповтың ставкаһы урынлаша, 1774 й. февр. бында Әбдрәшит Айытов, Арапов һ.б. баш күтәреүсе отрядтары м‑н П.Д.Мансуров етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре араһында һуғыш була. Өфө наместниклығын ойоштороу т‑дағы 1781 й. указ б‑са Б.ҡ. өйәҙ ҡалаһы (ҡара: Быҙаулыҡ) статусын ала һәм Быҙаулыҡ өйәҙенең үҙәгенә әүерелә.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика