БЫҘАУЛЫҠ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Һамар а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 25 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 83 км алыҫлыҡта Быҙаулыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 178 кеше; 1959 — 153; 1989 — 335; 2002 — 405; 2010 — 352 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

20 б. 30‑сы йй. башында Аҡъяр с‑зы ойошторолған ваҡытта с‑здың 4‑се бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1953 й. Аҡъяр с‑зының Өсөнсө бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 50‑се йй. 2‑се ярт. бында сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү барышында бөтөрөлгән Айыулы һәм Ҡыпсаҡ аа. кешеләре килеп урынлаша. 50‑се йй. аҙ. хәҙ. статусын һәм исемен йөрөтә.

Р.Ғ.Насиров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика