БЫҘАУЛЫҠ, йылға, Таналыҡ й. уң ҡушылдығы. Йылайыр р‑ны Матрай а. эргәһендә Оло һәм Кесе Быҙаулыҡ йй. ҡушылыуынан барлыҡҡа килә. Төньяҡтан көньяҡҡа табан Йылайыр, Хәйбулла р‑ндары буйлап аға һәм Таналыҡ й. (тамағынан 124 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 50 км, басс. майҙаны 641 км2. Ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Ҡышын аҙ һыулы йылда үтәнән-үтә туңа. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 0,83 м3/ с. Йылға үҙәне Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнсығышындағы ситке тәпәш тау һырттары буйлап һуҙылған. Ландшафтары ябай ҡара тупраҡтағы кәҫле-ҡыяҡлы төрлө үләнле далаларҙан тора, уларҙың күп өлөшө һөрөлгән. Ҡушылдыҡтары: уң — Ҡамышүҙәк, Айыулы; һул — Суртанүҙәк һ.б.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика