БҮРЕҠАҘҒАН, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Бүреҡаҙған а/ с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 18 км алыҫлыҡта Бүреҡаҙған й. (Ҡуғанаҡ й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1765 кеше; 1920 — 2204; 1939 — 1645; 1959 — 1418; 1989 — 771; 2002 — 840; 2010 — 799 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Йәш йөрәктәр” татар халыҡ йырҙары ансамбле, “Миләш” халыҡ бейеүҙәре ансамбле), китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1753 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала. 1772 й. ш. уҡ шарттарҙа бында типтәрҙәр килеп урынлаша, 1795 й. ш. уҡ яһаҡлы һәм хеҙмәтле татарҙар теркәлгән. 1865 й. 147 йортта 887 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. М.З.Ғәйфуллин ошо ауылда тыуған.

Ю.А.Кәримов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика