БҮРЕКБАШ (Morchella), аскомицеттар класына ҡараған бәшмәк төрө. Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә һәм Австралияла таралған. Башҡортостанда осло Б. һәм ябай Б. үҫә. Эшләпәһенең диаметры 10 см тиклем; осло Б. эшләпәһе ҡыуыш, конус формаһында, өҫкө яғы селтәр һымаҡ йыйырсыҡлы, ҡырҙары һабы м‑н ҡушылып үҫә, һары йәки асыҡ көрән, ябай Б. эшләпәһе кире йомортҡа формаһында, йыйырсыҡтары эрерәк, көрән йәки асыҡ көрән төҫтә. Һабының оҙонлоғо 4—8 см, ҡалынлығы 1—2 см, цилиндр формаһында (ғәҙәттә нигеҙенә ҡарай киңәйә), йыйырсыҡлы, аҡһыл йәки һарғылт. Итсәһе аҡ, балауыҙ һымаҡ, йоҡа, аҙ ғына хуш еҫле. Осло Б. ылыҫлы, ҡатнаш урмандарҙа һәм урман ситендә, яланда һәм усаҡ урындарында дымлы ерҙә үҫә, ябай Б. — япраҡлы урмандың ҡоро урындарында; апр. алып майға тиклем, һирәгерәк июндә осрай. Ашарға яраҡлы бәшмәк.

И.Е.Дубовик

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика