АБЫҘБАЕВ Ибраһим Хафиз улы [10.10.1901, Ырымбур губ. Үрге Урал өйәҙе Сермән а. (БР‑ҙың Белорет р‑ны) — 8.12.1937, Өфө], совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Сермән 2 класлы урыҫ‑башҡ. уч‑щеһын, Көнсығыш хеҙмәтсәндәре коммунистик ун‑тын (Мәскәү, 1925) тамамлаған; Ҡыҙыл профессура тарих‑партия ин‑тында уҡый (1935—37). 1917—18 йй. Сермән улусы хакимиәте секретары ярҙамсыһы, 1918—20 йй. — Ҡыҙыл Армияла, 1925—26 йй. — Ҡазан хәрби‑сәйәси уч‑щеһы уҡытыусыһы. 1926 й. алып ВКП(б)‑ның Тамъян‑Ҡатай һәм Йылайыр кантон ком‑ттарында эшләй, 1928 й. — Өфөлә В.И.Ленин ис. респ. башҡорт мәктәбе дир., 1930 й. — ВКП(б)‑ның Арғаяш кантон ком‑тында яуаплы секретарь, 1931—35 йй. ВКП(б)‑ның Башҡ. өлкә ком‑тында бүлек мөдире. 1937 й. июненән БАССР мәғарифы халыҡ комиссары. Репрессиялана (1937), атыла. 1956 й. аҡлана.

Ш.М.Абыҙбаева

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.