БҮРЕБАЙ ТАУ-БАЙЫҠТЫРЫУ КОМБИНАТЫ, ЯАЙ. Баҡыр колчеданы мәғдәндәрен табыуҙы һәм байыҡтырыуҙы, бер ыңғайҙан алтын һәм көмөш сығарыуҙы тормошҡа ашыра. Хәйбулла р‑нында урынлашҡан. Составы: Октябрьский ер аҫты руднигы (1976 й. алып файҙаланыла), байыҡтырыу ф‑каһы (1936 й. нигеҙләнгән), энергетика, автотранспорт, ремонтмеханика цехтары, ремонт-төҙөлөш участкаһы, химия лаб. һ.б. 2004 й. 900‑ҙән ашыу кеше эшләгән. Продукцияһы Ырымбур өлк. баҡыр иретеү з‑дына ебәрелә.

1942 й. алтын табыу приискыһы (1930 й. нигеҙләнгән) базаһында Бүребай рудник идаралығы булараҡ нигеҙ һалына, 1995 й. алып ААЙ, 1996 й. хәҙ. статусын ала, 2000 й. хәҙ. исемен йөрөтә, 2004 й. башлап Урал тау-металлургия компанияһы составында. 2011 й. ҡарата комб‑т Бүребай, Маҡан, Октябрьский баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын үҙләштерә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика