БҮРЕБАЙ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Бүребай а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 12 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 444 кеше; 1920 — 464; 1939 — 612; 1959 — 4699; 1989 — 4295; 2002 — 4452; 2010 — 4553 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Бүребай таубайыҡтырыу комбинаты эшләй. 2 урта мәктәп, 2 балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, сиркәү бар.

Ауылға Ырымбур өйәҙенең Үҫәргән улусы Һабыр а. (хәҙ. Йылайыр р‑ны) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. билдәле. Йорт старшинаһы Бүребай Түләбаев исеме м‑н аталған. 1866 й. Б. (Юма) исеме м‑н теркәлгән, 56 йортта 302 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, Преображенск заводына баҡыр мәғдәне һәм утын ташыу м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ мәктәп, һыу тирмәне теркәлгән. 1938 й. алып ҡала тибындағы ҡасаба, 2005 й. хәҙ. статусын ала. 40—50‑се йй. Пятилетка, Рудник, Сибай һәм Юша ҡасабалары (бөтәһенә лә 20 б. 30‑сы йй. нигеҙ һалынған) ҡушылған. И.Х.Бикбулатов, Б.Ғ.Ильясов, В.Г.Степанов, Б.В.Туғыҙбаев ошо ауылда тыуған.

Р.С.Рәхимов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика