БҮРЕ МУЙЫЛЫ (Rhamnus), эт муйылы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда эскитәргес Б.м. үҫә. Күп тармаҡлы ҡыуаҡ йәки 2—5 м бейеклектәге ағас, ике өйлө үҫемлек. Ботағы сәнскеле. Япрағы ябай, эллипс формаһынан алып түңәрәккә тиклем, сите ваҡ киртләсле-бысҡы тешле, ҡараһыу йәшел төҫтә, ҡапма-ҡаршы теҙелешле, емешле ботаҡтарҙа шәлкемгә йыйылғандар. Сәскәһе һарғылт йәшел, 4 ағзалы, ваҡ, япраҡ шәлкеме ҡуйынында урынлашҡан. Май—июндә сәскә ата. Емеше ҡара төҫтә, һутлы, төшлө (ғәҙәттә 3—4 төшлө), авг. — сент. өлгөрә. Һыубаҫар туғайҙа, киң япраҡлы урман ситендә, уба битләүҙәрендә үҫә; респ. бөтә терр‑яһында таралған. Дарыу үҫемлеге, медицинала емеше ҡулланыла. Баллы, декоратив үҫемлек. Ҡайыры, үҙағасы һәм емеше төрлө төҫтәге буяуҙар алыу өсөн ҡулланыла ала.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика