БҮРЕ ЕЛӘГЕ, бүре ҡурызы (Daphne), бүре еләге ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ябай Б.е., йәки бүре йүкәһе үҫә. 40—70, һирәгерәк 150 см бейеклектәге ҡыуаҡ. Үрендеһенең аҫҡы ботаҡтары япраҡһыҙ, аҙ тармаҡлы; ҡайырыһы һарғылт һоро, йыйырсыҡлы, көрән сөйәлле (һабаҡ ауыҙсалары). Япрағы ябай, оҙонса ланцет формаһында, төбөнә табан шына һымаҡ тар, йәшел, аҫ яҡтан һорғолт йәшел, ҡыҫҡа һаплы, сиратлы теҙелешле, ботаҡ осонда бер-береһенә яҡын урынлашҡан. Сәскәһе алһыу йәки ҡуйы ҡыҙыл төҫтә, ваҡ, дөрөҫ төҙөлөшлө, 3—5‑әрләп ҡуйын шәлкемдәрендә урынлашҡан, апр.—майҙа, япраҡланғанға тиклем сәскә ата. Емеше — сағыу ҡыҙыл, ваҡ, һутлы төшлө емеш, һуты өтөп барыусан, июлдә өлгөрә. Ылыҫлы һәм ылыҫлы‑киң япраҡлы урмандарҙа үҫә (тотош ҡыуаҡлыҡтар яһамай), Башҡортостандың Урал аръяғынан башҡа респ. бөтә терр‑яһында осрай. Декоратив, баллы, ағыулы үҫемлек.

Е.В.Кучеров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика