Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл '/images/010/2543%20BULJR[preobrazov].jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл '/images/010/2543%20BULJR[preobrazov].jpg'

БҮЛӘР, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: ҡаҙыр һәм мышыға. Тамғалары . Этник яҡтан Волга болғарҙарына барып тоташа. 10 б. ҡәбиләнең бер өлөшө Паннонияға күсенә. 13—14 бб. Б. Кама буйы урмандарында һәм Ялан Зәй й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында, артабан Ыҡ (Кама й. ҡушылдығы) һәм Сөн йй. үҙәндәрендә төпләнә, бында байлар, гәрә, ирәкте, йылан, йәнәй ҡәбиләләре м‑н күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре Ҡазан даруғаһының Бүләр улусын тәшкил итә. Бында, П.И.Рычков мәғлүмәттәре б‑са, 18 б. уртаһында 231 йорт иҫәпләнә. 18—19 бб. аҙ. Б. йәшәгән ерҙәр — Бәләбәй өйәҙенә, Бөрө өйәҙенә һәм Минзәлә өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 5‑се (10‑сы, 11‑се), 11‑се (12‑се) башҡ. кантондарына (1798—1854) ҡарай. Хәҙ. ҡәбилә йәшәгән ерҙәр БР‑ҙың Илеш, Йәрмәкәй, Саҡмағош р‑ндарына, ТР‑ҙың Аҡтаныш, Минзәлә, Мөслим р‑ндарына инә.

Әҙәб.: Западные башкиры по переписям 1795—1917 гг. Уфа, 2001; Камалов А.А., Камалова Ф.У. Атайсал. Уфа, 2001.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика