БҮЛӘКОВ Флорид Миңлемулла улы (23.2.1948, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Оло Шаҙы а. — 18.1.2015, Өфө), драматург. БР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (2013), БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1992). Бөрө пед. ин‑тын тамамлаған (1973). 1969—73 йй. “Эрвел” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең муз. етәксеһе, 1973—89 йй. “Дружба”, “Победа”, “Ленинец”, “Советская Башкирия” гәз. эшләй. 30‑ҙан ашыу пьеса авторы. Шуларҙың тәүгеләре — “Баллы ай” (“Медовый месяц”; 1989) һәм “Атылған өйөр” (1989) трагедиялары. “Онотолған доға” (1994) парсаһы, “Бибинур, ах, Бибинур!..” (1995) трагик фарсы һ.б. тоталитар режим тыуҙырған яуызлыҡты фашлаған драматик циклды тәшкил итә. “Ярангөл”(1997), “Дала ҡиссаһы” (1999) мелодрамаларында совет дәүеренән һуңғы осорҙоң көнүҙәк проблемалары — әхлаҡ нигеҙҙәренең тарҡалыуы, гуманистик ҡиммәттәрҙән баш тартыу —күтәрелә. Б. “Талаҡ, талаҡ!..” (1989) трагик фарсы, “Таштуғай” (1996) трагедияһы экзистенциализмдың эстетик нигеҙҙәренә һәм абсурд театры (ҡара: Абсурд драмаһы) поэтикаһына таяна. “Ай ҡыҙы” (2001, 2002; реж. Ә.Ә.Нурмөхәмәтов, “Башкортостан” ДТРК) телесериалы, “Арҡайым сере” (“Тайна Аркаима”; 2006, реж. Б.Т.Йосопов, “Студия Vista Vision” ЯСЙ) һ.б. нәфис фильмы сценарийҙары, С.Ә.Низаметдиновтың“Мөхәббәт йондоҙо” (“Звезда любви”; 2000) рок‑операһы либреттоһы авторы. Б. әҫәрҙәре белорус, ҡаҙаҡ, сыуаш, украин, фин һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Б. пьесалары БР, РФ һәм сит ил театрҙарында ҡуйыла. РФ‑тың Дәүләт пр. (1996), БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (1994) лауреаты.

Ә ҫ ә р ҙ.:Пьесалар. Өфө, 2008.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Р.М.Шәрипова 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика