БҮЛӘКОВ Динис Мөҙәрис улы (18.5.1944, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Арыҫлан а. — 14.3.1995, Өфө), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1992). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1974). 1964—65 йй. “Знамя победы” (“Еңеү байрағы”) гәз. (ҡара: “Белебеевские известия”), 1968 й. алып “Совет Башҡортостаны” гәз. (1970 й. башлап бүлек мөдире), 1975 й. — “Ағиҙел” ж. әҙәби хеҙм‑ре, 1977 й. башлап “Пионер” ж. баш мөхәррире, 1986 й. алып БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑ты рәйесе. 1986—90 йй. БАССР Журналистар союзы рәйесе. 1988—95 йй. БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, РФ Яҙыусылар союзы идараһы секретары.

“Ҡояш ярсығы” исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1971 й. сыға. “Аҡбуҙ алышҡа сыға” (1977), “Упҡын ситендә бейеү” (1981) йыйынтыҡтарына ингән нескә лиризм һәм мажаралы романтика м‑н һуғарылған балалар өсөн әҫ. авторы. “Ҡыңғырау сәскә” (1979) повесть һәм хикәйәләр йыйынтығында, “Килмешәк” (1989) романында хәҙ. йәмғиәттәге әхлаҡ проблемалары сағылдырыла. “Ғүмер бер генә” (1993) романы — замандаштары яҙмышы т‑да уйланыуҙарының һөҙөмтәһе. “Туҙҙырылған тамуҡ” (1996) романы респ. 20 б. 90‑сы йй. ижт. һәм сәйәси тормошо хаҡында бәйән итә. Б. әҫәрҙәренә көнүҙәклек, сюжет хәрәкәтсәнлеге, кеше психологияһын тәрән асыу хас. Б. әҫәрҙәре төрөк теленә тәржемә ителгән. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (1993), Ғ.Сәләм ис. (1980), Ф.Кәрим ис. (1999) пр. лауреаты. Арыҫлан урта мәктәбенә Б. исеме бирелгән, мәктәп алдына яҙыусының бюсы ҡуйылған; Мәләүез р‑ны Смаҡ а. музей асылған; Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу техникумы бинаһында һәм Өфөлә Б. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған; Мәләүез һәм Сибай ҡҡ. урамдар уның исемен йөрөтә. 1997 й. “Белебеевские известия” (“Бәләбәй хәбәрҙәре”) гәз. редакцияһы Бәләбәй ҡ. һәм р‑ны хакимиәте м‑н берлектә Б. исемендәге пр. булдырған.

Әҫәрҙ.: Эҫе ҡар: повестар. Өфө, 1998; Һайланма әҫәрҙәр: 2 томда. Өфө, 2001—2004; Самая долгая ночь: повести и рассказы. М., 1979; Перекаты: повести и рассказы. М., 1988.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

 Текст на русском языке

Яндекс.Метрика