АБЫҘ, Шафи, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Ҡариҙел а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 2 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 110 км алыҫлыҡта Өфө й. буйында, Павловка һыуһаҡлағысы янында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 375 кеше; 1920 — 598; 1939 — 719; 1959 — 592; 1989 — 431; 2002 — 698; 2010 — 905 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, клуб, китапхана бар.

Ауылға 19 б. уртаһында Бөрө өйәҙе Абыҙ/Оло (Иҫке) Абыҙ а. кешеләре Бәләкәй Абыҙ исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. 32 йортта 175 кеше йәшәгән. Пристань булған. 1906 й. сиркәү (1878 й. төҙөлгән), сиркәүәхәллә мәктәбе, шарап һәм 6 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1920 й. А. (Шафи Кисеүе) исеме м-н иҫәпкә алынған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.